Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Включить версию для слабовидящих
Вторник, 21.08.2018, 02:55
Приветствую Вас Гость | RSS

       Официальный сайт МОБУ  "Баймакский лицей-интернат"

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Главная » 2017 » Декабрь » 15 » Яңы йыл менән дуҫтар! С новым годом друзья!
14:49
Яңы йыл менән дуҫтар! С новым годом друзья!

 

Поздравления с Новым годом собаки 2018 от 11а класса!

Грядущий год - 2018 обещает быть добрым, мирным, успешным и сытым. Вы спросите почему мы так решили? Все очень просто! Ведь домашние собаки вот уже многие века помогает человеку, обеспечивая его безопасность жизни. Еще в те времена, когда наша земля не была повсеместно заселена человеком, собаки всегда сопровождала переселенцев, обеспечивая их всем выше перечисленным, тем самым внушая надежду на успех и лучшее. Так и в  грядущем году, надо надеется на лучшее и светлое, преодолевая жизненные невзгоды на своем «пути»! В 2018 году мы заканчиваем школу. Для того, чтобы начать свой Новый год с хорошим приподнятым настроением, прежде всего, стоит поздравить с ним своих близких, родных, коллег и просто знакомых!


Байрам  менән хөрмәтле , Иҙел Данил улы, уҡытыусы-тәрбиәселәр, интернатыбыҙҙың барлыҡ хеҙмәткәрҙәре һәм ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙҙе етеп килгән өп-өр яңы 2018 йыл менән ысын күңелдән ҡотлайым! Барыбыҙға ла был йылда насар ғәҙәттәребеҙҙе, ҡайғы-хәсрәттәребеҙҙе ҡалдырып, 31 декабрь көнө “Яңы йылға” сәғәт “12не” һуҡҡанда һәр беребеҙ үҙенә яҡын, изге, ҡәҙерле кешеләре менән һәм яңы көс, дәрт менән  тоғро 2018 йылға аяҡ баҫыуын теләйем! Ә киләсәккә бөтәгеҙгә лә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, Ағиҙел йылғаһындай оҙон ғүмер, май айында атҡан муйыл сәскәһендәй ап-аҡ бәхет, эшселәргә эшендә, уҡыусыларға уҡыуында уңыштар! Бөтә булған 11-се синыф уҡыусыларына “ең һыҙғанып, башты баҫып”, алдығыҙҙағы торған еңел булмаған имтихандарға яҡшы итеп әҙерләнеп, Берҙәм Дәүләт Имтихандарын уңышлы тапшырыуығыҙҙы теләп ҡалам! Ҡышҡы каникулдарығыҙ яҡшы һәм файҙалы үтһен!!!

 

    Ғибәҙуллин Ирфат

2015 йыл сығарылыш уҡыусыһы

Волга буйы хәрби федераль огругы

 

Ҡыш

Бар донъяны ҡарға күмеп ҡыш килә беҙгә.

Ныҡлы һаулыҡ теләй ҙә – Ҡыш бабай килә.

Урамда балалар сана, тау шыуа

Ҡыштың был мәле уларға ҙур дауа.

 

Ҡар бабай ҙа эшләйҙәр, килештереп биҙәйҙәр.

Эшләй торғас ҡыҙара  йәш биткәйҙәр.

Ҡыштың йәме ниҙә? Белә уны һәр кем-

Яңы йылды ҡаршылай-бер ҙә булмаҫ кәм.

 

Байрамдың йөҙө була-биҙәлгән йәшел шыршы.

Был шыршыны һағынып, килеп еткән ҙур мышы.

Ҡышты яратмаған кеше юҡтыр был донъяла.

Уның йәме, мөғжизәһе була тик өс айҙа.

        Зарина Иҫәнбаева  7а синыфы

 

 

Яңы йылда яңы теләктәр

ҡабул булһын бала-сағаның.

Яңы йылда ғаиләләрҙең

Гөрләп торһон йылы усағы.

 

Мөғжизәле яңы йылда

Көтә беҙҙе яңы киләсәк.

Яңы йылды матур итеп

ҡаршы алһын ине баласаҡ.

 

Зөлхизә  Ханафина 10б синыфы

 

 

 

 

 

Ҡәҙерле синыфташтарым!

 

Мин бөтә йөрәктән һеҙҙе яҡынлашып килгән

Яңы йыл байрамы менән ҡотлайым.

Яңы йылда тик изгелектәр, яҡшылыҡтар

ғына эшләйек. Иң мөһиме - барығыҙғала

һаулыҡ, ғаиләләрегеҙҙә именлек теләйем.

 

Илһам Мусин 7б синыфы

 

 

 

 

           Интернатташтар!

От всей души поздравляю всех с

наступающим Новым годом!

Пусть целый  год - собаки  у вас

все получится!

Занимайтесь спортом, не болейте!

Халитов Ильгиз 9а синыфы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Сулейманов Ильвир, ученик  7 б класса , за достигнутые успехи в учебе , в спорте, в общественной жизни лицея – интерната поощрен участием на Главной елке Республики! 

 

 

 

Ҡыш түшәне тауҙарыма
Йомшаҡ мамыҡ юрғанын.
Мин таң ҡалып ҡыҙырып барам
Күк Ирәндек урманын.


Үҙем өҙәм баландарҙың
Ҡуҙҙай янып торғанын.
Миләштәр миңә үрелеп
Ҡыҙыл тәлгәш болғайҙар.


Ҡыҙыл тәлгәш болғайҙар ҙа
Ниндәйҙер көй йырлайҙар.
Улар көйөнә ҡушыла
Урманда бар турғайҙар.


Эй, тәбиғәт, бер ҡараһаң,
Тылсымлы һинең эшең,
Ҡышта ҡоштар һайратаһың,
Балҡытаһың емешең.
Мәңге дәртле, мәңге йәш бит
Һинең йөрәк тибешең.

Шиғыр авторы: Абдулхаҡ Игебаев

Просмотров: 156 | Добавил: БЛИ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Информация
Если не можете найти нужную информацию, воспользуйтесь поиском!
Поиск
Режим работы
Все виды справок для обучающихся МОБУ Баймакский лицей-интернат выдаются:
С понедельника по пятницу с 8.00ч. до 17.00ч.,
В субботу-с 8.00ч. по 12.00ч.
Касса работает:
С понедельника по пятницу с 8.00ч. до 17.00ч.,
В субботу-с 8.00ч. по 12.00ч.
Обед с 12.00ч. до 14.00ч.
Календарь
«  Декабрь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Copyright Рафил Атангулов © 2018
Бесплатный конструктор сайтов - uCoz